-1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Каролина рекорд ҡуя

Екатеринбургтан 11 йәшлек Каролина Черныхты, бәлки, "Лучше всех" программаһында күргәнһегеҙҙер. Спорттың бер нисә төрөндә рекордтар ҡуйыуы менән билдәле.

Теннис, ауыр атлетика, бейеү, акробатика... Ҡыштарын ҡарҙа ялан аяҡ йөрөй һәм боҙло һыуҙа йөҙә. 10 йәшендә 2,4 километр бейеклектән парашюттан һикергән, хәҙер 4 мең метрҙан һикерергә хыяллана. Спорт менән дә ныҡлап шөғөлләнә, ял итә лә белә был ҡыҙ. Алдына маҡсат ҡуя ла шуға ынтыла. Бик тырыш, ныҡышмал. Ата-әсәһе лә - спортсылар. Каролина ғаиләләрендә - етенсе бала.
Йәш спортсының яңы рекорды: ҡаҙаҡтар ҡағылған таҡтаға баҫып, 222 тапҡыр сүкәйеп тора алыуы, бер минутта - 52 тапҡыр сүкәйеп торған. Унан алдараҡ шул уҡ таҡтаға баҫып, 6 килограмлыҡ герҙе 170 тапҡыр күтәргән.
Ошо көндәрҙә Каролина InterRecord халыҡ-ара агентлығынан рекордсының алтын билбауына лайыҡ булды.
Читайте нас: