Был күрһәткес буйынса Мәскәүҙән генә ҡалышабыҙ икән. 2021 йылда тағы 7 спорт объекты төҙөү планлаштырыла. Улар араһында спорт гимнастикаһы буйынса мәктәп, ябыҡ футбол манежы, халыҡ-ара көрәш һарайы бар. Былар Өфөлә төҙөлгәндәре генә.
Октябрь районында һалынған Халыҡ-ара көрәш һарайында 3 мең 400 кешелек үҙенсәлекле спорт-концерт залы, балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе лә буласаҡ. Унда Рәсәй, донъя кимәлендәге ярыштар ҙа уҙғарылыр әле.