Унда район этаптарында еңгән 63 ғаилә көс һынашты.
Дөйөм алғанда, фестивалдә бөтәһе 1 мең 734 ғаилә - 52 мең кеше ҡатнашты. Республика этабында иһә Туймазынан Зәйруллиндар еңеүсе булды. Икенсе урында - Благовещен ҡалаһынан Пухляковтар ғаиләһе, өсөнсө урында - Стәрлетамаҡтан Нечаевтар.
Был спорт ярышын "Берҙәм Рәсәй" партияһының төбәк бүлексәһе Йәштәр сәйәсәте һәм спорт, Мәғариф һәм фән министрлыҡтары менән берлектә икенсе тапҡыр ойошторҙо.