Ә бына Бәләкәй Арыҫланғолда йыл һайын ауылдаштары, билдәле шәхес Артур Шәйхетдин улы Сурин иҫтәлегенә, хөрмәтенә балалар һәм үҫмерҙәр араһында хоккей турниры уҙғарылып килә. Бының өсөн Әбеш ауыл биләмәһе хакимиәтенә рәхмәт әйтергә кәрәк. Быйылғы ярыш бишенсе тапҡыр ойошторолоп, унда майҙан хужаларының «Әбеш-Вәзәм» командаһынан тыш, Аҡъяр, Бүребай, Садовый, Йәнтеш, Һамар йәш хоккейсылары ла саҡырылғайны. Уйындарҙы ҡарарға, изге теләктәрен еткереп, еңеүселәргә бүләктәрен тапшырырға Артур ағайҙың ҡатыны, билдәле яҙыусы, драматург Сәрүәр Рәшит ҡыҙы һәм улы Урал Суриндар ҙа килеп еткәйне.
Балаларҙың ҡыҙыу алыштарын ауыл халҡы күҙәтеп, дәртләндереп торҙо. Ә бер саранан да ситтә ҡалмаған ағинәйҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы ялға туҡтаған командаларҙы йылы сәй, тәмлекәстәр менән һыйланы.
Турнирҙа кемдәр еңдеме? Балалар араһында беренсе урынды бүребайҙар алһа, һамарҙар – икенсе, «Әбеш-Вәзәм» командаһы өсөнсө булды. Йәштәр араһында аҡъярҙар иң-иңе булып танылды. Йәнтештәр – икенсе, ә Әбеш, Вәзәм, Сик, Үрнәк ауылдарының йыйылма командаһы өсөнсө урынға сыҡты.
Еңеүселәргә кубоктарҙы, миҙалдарҙы, ҡиммәтле бүләктәрҙе Сәрүәр һәм Урал Суриндар матур теләктәр менән ихлас күңелдән тапшырҙы. Әбеш ауылы биләмәһе етәксеһе Таһир Мөғлитдин улы Юнысов киләһе йылда ла хоккей турниры уҙасағы тураһында белдереп, йәш спортсыларҙың тағы ла уйынға килеүҙәрен көтөп ҡалыуҙарын да еткерҙе.
Командалар ҡәнәғәт булып таралышты. Был турнирҙы ойошторған һәм үткәреүҙә ярҙам иткән Сәрүәр Рәшит ҡыҙына, Урал Артур улына, Таһир Мөғлитдин улы Юнысовҡа, Мөхтәр Зәкәриә улы Суринға, Фаил Фәрих улы Ғәлеевкә, фельдшер Баныу Мәғәфүр ҡыҙы Мөхәмәтоваға, ағинәйҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһына ҙур рәхмәт әйтке килә.