Бында «Ҡыңғырау» урта (тәрбиәсеһе – Зөлфиә Дамир ҡыҙы Хәйбуллина) һәм «Ҡолонсаҡ» өлкән төркөмдәре (тәрбиәсеһе – Лилиә Әхмәт ҡыҙы Рәхмәтуллина) тәрбиәләнеүселәре үҙҙәрен төрлө спорт ярыштарында һынап ҡараны. Республика Гагарин кубогы олимпиадаһы талаптарына ярашлы, улар ваҡытҡа, теүәллеккә күнекмәләр эшләне. Уны Ғәмбәриә Зәйтүн ҡыҙы Усманова алып барҙы. Был сара сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү менән бер рәттән, ғәҙәттәгесә, балалар араһынан спортҡа һәләтлеләрен асыҡланы.
Иң яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән кескәйҙәр үҙҙәрен муниципаль этапта һынаясаҡ. Гагарин кубогы олимпиадаһы уларҙың һәләттәрен асырға, үҫтерергә мөмкинлек бирә. Мәртәбәле сараның төп ойоштороусыһы – балалар баҡсаһы буйынса куратор Зинира Юнир ҡыҙы Фәтхуллина. Тәүге тәжрибә булараҡ, спортта яңы ғына аҙымдарын яһаусы кескәйҙәрҙе Ташбулат мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы, йәш өмөтлө белгес Юлай Сәғит улы Вәлиуллин баһаланы.
Оҙаҡламай балаларҙы һүрәт төшөрөү һәм полиолимпиада буйынса һынауҙар көтә. Уларға уңыштар теләйек!