+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Йәншишмә призына

Һөйөнсө! Гәзитебеҙ призына республика саңғы ярыштарының финалы быйыл да уҙасаҡ!

Был уҙыштар 20 – 21 февралдә Күмертау ҡалаһында ойошторола­саҡ. Унда

2006 – 2008 йылғы ҡыҙҙар, малайҙар көс һынашасаҡ.

Әле мәктәптәрҙә, райондарҙа һәм төбәктәрҙә иң-иңдәрҙе асыҡлау бара. Был уҙыштарҙа еңгәндәр Күмертауға финалға йыйыласаҡ.

Йәш саңғысылар, һеҙҙе көтөп ҡалабыҙ.

Һәр командала 4-әр кеше, улар классик йөрөш буйынса ярышасаҡ. Тәүге көндө

3 саҡрымға уҙыш булһа, иртәгеһенә – эстафета.

Еңеүселәргә «Йәншишмә» гәзите редакция­һының кубоктары, миҙалдары тапшыры­ласаҡ.
Читайте нас: