+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Спортсыларға ярҙамға

Республикала Көньяҡ Уралдың йәмәғәт инициативаһы ойошмаһы булдырылған. Уның маҡсаты - шул төбәктәге спорт мәктәптәрен кәрәкле ҡорамалдар менән тәьмин итеүҙә ярҙам итеү.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов билдәләүенсә, бындай тәҡдимдәр Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан һәр ваҡыт яҡланасаҡ. Ул Башҡортостан Республикаһы Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов менән берлектә 4-5 февралдә Баймаҡ районы һәм Сибай ҡалаһында эш сәфәрендә булды.
Баймаҡ ҡалаһында, Урғазы, Иҫке Сибай, Әхмәр ауылдарында спортсылар менән осрашыуҙар булды. Боксер бирсәткәләре, волейбол, баскетбол туптары, спорт кейемдәре тапшырылды. Азат Бадранов Сибайҙағы балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенә лә барҙы. Унда ла спортсыларға кәрәкле әйберҙәр бүләк ителде.
Алда Әбйәлил, Йылайыр, Хәйбулла райондарына ла сәфәр көтөлә, шулай уҡ спорт ҡоролмалары алып барасаҡтар. Бындай иғтибар һис шикһеҙ йәш спортсыларға тағы ла ҙурыраҡ уңыштарға өлгәшергә ярҙам итер.
Читайте нас: