Октябрьский ҡалаһында тыуып үҫкән спортсы юғары награданы 18 йәшендә алды. Бокс менән биш йыл элек Александр Савкин етәкселегендә шөғөлләнә башлаған. 2018 йылда Европа беренселегендә – көмөш миҙал, шул уҡ йылды Сербияла үткән халыҡ-ара турнирҙа еңеүсе титулын алды. Шунда уҡ иң оҫта һуғышсы номинацияһына лайыҡ булды. Ҡотлайбыҙ, Азалиә!