+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Буласаҡ хоккей йондоҙҙары ҡайҙа тәрбиәләнә?

"Ихата лигаһы" балалар хоккей турниры Өфөлә туғыҙынсы йыл ойошторола. Ул "Берҙәм Рәсәй" партияһының "Балалар спорты" проекты буйынса үткәрелә. Быйыл ярышта 300-ләгән уйынсы ҡатнашҡан. Эксперттар әйтеүенсә, башҡорт хоккейына шәп спортсылар тәрбиәләү өсөн был уйынды киң таратырға кәрәк. Һәр райондың көслө командаһы булырға тейеш.

Быйылғы "Ихата лигаһы"н танылған комментатор Азамат Моратов алып барҙы. Йәш хоккейсыларҙы данлыҡлы Александр Семак үҙе сәләмләне. Өлкән төркөмдә Шишмә районының "Родник" командаһы еңеүсе булһа, кесе төркөмдә Өфө ҡалаһы Киров районының "Лидер"ы беренселекте алды.
Читайте нас: