Мәктәп ике батальонға йәки ике командаға бүленеп ярыша. Уҡыу, сәнғәт, тәртип буйынса. Ә иң ҡыҙығы, әлбиттә, "Зарница" уйыны. Бында инде таһыллыҡҡа, етеҙлеккә, сослоҡҡа ярышалар. Беҙ уҡыусы саҡта разведчик, ашнаҡсы, танк йөрөтөүсе, санитарҙар һәм башҡалар булып, төрлө заданиелар үтәй торғайныҡ.
Бөрйән районы Ғәҙелгәрәй мәктәбендә лә хәрби-патриотик аҙналыҡта уҡыусылар сәмләнеп уйнаған. Ике батальон араһында волейбол, футбол, баскетбол ярыштары ойошторғандар. Башланғыс синыфтар өсөн "Күңелле старттар" үткән.
"Йәгеҙ әле, егеттәр!" конкурсы ла бик йәнле булған. Уҡыусылар ҡытай таяҡсалары менан "мина" ташыған, картуф әрсегән, борщ бешергән, төймә таҡҡан, төрлө мәсьәләләр сискән, автоматты һүтеп-йыйған, погон ярышы ла булған, хатта һалдат бутҡаһы ла ашағандар.
Фото "Бәйләнештә" селтәренән.