+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Бер үҙенә илле миҙал яулаған!

Бадминтон донъяла футболдан ҡала икенсе иң киң таралған спорт төрө булып һанала. Ер шарының һәр 50-се кешеһе был спорт төрө менән мауыға. Хатта космонавтар әҙерләү программаһына ла инә. Бадминтонда уңышҡа өлгәшеү өсөн сыҙамлылыҡ, һығылмалылыҡ, етеҙлек, тиҙлек, координация һәм ҙур көс талап ителә. Бадмин­тон­сы­лар үҙҙәрендә был сифаттарҙы махсус күнекмәләр ярҙамында нығыта.

Өфөлә 21 йыл инде «Ағиҙел» үҫмерҙәр бадминтон клубы эшләй. Унда шөғөлләнгән Иҙел Дәүләтбаев менән таныштыҡ. Ул Өфөләге 5-се спорт йүнәлешендәге ин­тернат-мәктәптә IX синыфта уҡый. Белорет ҡалаһында тыуған. Ә I синыфҡа уҡырға Межгорье ҡалаһында төшкән.

– Беренсене тамамлағас, әсәйем мине ниндәй түңәрәккә йөрөтөргә, тип оҙаҡ ҡына уйланы, шунан балалар сәнғәт мәктәбенең һынлы сәнғәт бүлегенә яҙҙырҙы. Унда миңә оҡшаманы. Әсәйемдең рөхсәте менән балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендәге футбол секцияһына яҙылдым. Бер нисә күнекмәнән һуң бадминтон буйынса тренер Салауат Усман улы Ҡәйүмовты осраттыҡ. Уның менән һөйләшеп, секцияһына йөрөй башланым. Бына шулай итеп, II синыфтан бадминтон менән шөғөлләнәм, – ти Иҙел.

Йәш спортсы бөгөнгә тиклем бик күп ярыштарҙа ҡатнаша, Рәсәйҙең ниндәй генә ҡалаһында булмай: Мәскәү, Ҡазан, Пермь, Екатеринбург, Һарытау... Барлығы 50 миҙал яулаған, 30 кубок алған, Почёт грамоталары әллә күпме! Межгорье ҡалаһы Иҙел Дәүләтбаевты спорт өлкәһендәге уңыштары өсөн йыл һайын «Иң яҡшы спортсы» номинацияһында бүләкләй. Бының өсөн егет тәүге тренеры Салауат Усман улына рәхмәтле.

2019 йылда Иҙел Өфөләге спорт йүнәлешле белем усағына уҡырға инә. «Ағиҙел» бадминтон клубы ағзаһы булып китә. Тренеры – Эдгард Щербий. Үҙе шөғөлләнгән спорт төрө буйынса тағы ла ҙурыраҡ уңыштарға өлгәшә Иҙел. Латвияла, Кипрҙа ярыштарҙа ҡатнашып, еңеүҙәр яулай. 2020 йылдың яҙында өмөтлө бадминтонсы спорт мастерлығына кандидат булып китә. Ә йыл аҙағында үҙен Рәсәй­ҙең йәштәр йыйылма командаһы күнекмәләренә саҡыралар.

Иҙел, спорттан тыш, информатика менән дә ныҡ мауыға. Өс тап­ҡыр – 2014, 2015, 2017 йылдар­ҙа уҡыусылар араһында информацион технологиялар буйынса үткән «КРИТ» республика конкурсында «Программалау» номинацияһында еңеүсе исеменә лайыҡ була.

– Тағы бер яратҡан шөғөлөм – тау саңғыһында шыуыу, – ти егет, – бының өсөн Белореттағы «Морат» тау саң­ғыһы шифаханаһына йыш барам.

Иҙел Дәүләтбаевҡа киләсәктә лә ярыштарҙа Башҡортостан данын күтәреүен, тағы ла ҙурыраҡ уңыштарға өлгәшеүен теләйбеҙ.

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.
Читайте нас: