+23 °С
Облачно
VKOKTelegram

Аскар грэпплингты һайлаған

«Ур-ра, ура, атай, әсәй, мин еңдем!» – тип үрле-ҡырлы һикерҙе малай ярыш тамамланғас. Күп тә үтмәне, ул икенсе алышта ла беренсе урын алды. Был көндө Асҡарҙың шатлығы эсенә һыймай ине.

Эйе, һигеҙ йәшен генә тултырып, грэпплинг тигән спорт төрө менән алты айҙа шөғөлләнеп өлгөрмәй, башланып ҡына торған ғүмерендә тәүге тапҡыр ҙур еңеү кисерҙе. Асҡар Урманов башта грэпплингтан алдынғылыҡты алғас, һуңынан масс-рестлингтан да тиңдәштәренә бирешмәй, беренсе урын яулай. Шулай уҡ Өфө районының Шамонин ауылында ошо төр буйынса шөғөлләндергән Денис Ғәзизовтың төркөмөнән тағы өс үҫмер призёрҙар исемлегенә инде. Арыҫлан Айытҡужин үҙ ауырлыҡ үлсәмендә – беренсе, Таһир Ғәббәсов – икенсе, ә Нәзир Ғизетдинов өсөнсө урынға сыҡты.

Мосолмандар ойошмаһы тарафынан ойошторолған был бәйгелә республикабыҙҙың 46 клубынан 300-гә яҡын спортсы көс һынашты.

Ғөмүмән, Башҡортостанда спорттың был яңы төрөн үҫтергән 112 клуб бар һәм унда дүрт меңгә яҡын спортсы шөғөлләнә. Шулар араһынан 23 атлет донъя беренселегенә алына, әммә әлеге лә баяғы коронавирус пандемияһы арҡаһында чемпионат кисектерелеп тора.

Грэпплинг – бөтә төр һуғыш алымдарын үҙ эсенә индереп, быуыу һәм ауыртырыуға өҫтөнлөк бирелгән төр. Унда спортсыға һуғыу һәм ҡорал ҡулланыу тыйыла.

Нур ҠӘҘЕРБАЕВ.

Читайте нас