+7 °С
Облачно
VKOKTelegram

Руслан Яманбаев - чемпион!

Күскенсе (Кочевник) ҡушаматлы яҡташыбыҙ Руслан Яманбаев 2021 йылда Хәбиб Нурмөхәмәтовтың EFC лигаһы менән дүрт тапҡыр алышта ҡатнашыу өсөн контракт төҙөгәйне. Тәүге турнирҙа Әзербайжан көрәшсеһе Сеймур Рзаевты еңгәйне. Кисә, 6 апрелдә, Мәскәүҙә ҡатнаш көрәш буйынса икенсе турнир уҙҙы һәм Руслан тағы уңышҡа иреште!

Быныһында Рәсүл Магамедовты еңеп, чемпион исемен алды. Хәҙер Руслан Яманбаевтың иҫәбендә - ҡатнаш көрәш буйынса 10 еңеү. Афарин!
Гәзитебеҙҙә спортсы менән интервью сыҡҡайны, ошонда үтеп уҡырға мөмкин.
Фото: социаль селтәрҙән.

Читайте нас