+26 °С
Облачно
VKOKМакс

1000 велосипедсы көнө үтәсәк!

2020 йылда коронавирус пандемияһы арҡаһында Өфөлә велопарад булмағайны. Ә быйыл үтәсәк, тип хәбәр итә сараны ойоштороусылар "Бәйләнештә"ге төркөмдәрендә.

1000 велосипедсы көнө 23 майға планлаштырылған. Велопарад иртәнге 10 сәғәт 30 минутта "Ҡала советы" туҡталышынан, Ленин исемендәге майҙанда старт ала. Велосипедсылар Салауат Юлаев һәйкәле янына тиклем барасаҡ. Ә "Ватан" паркында фестиваль көтә. Ул 12-нән 16 сәғәткә тиклем дауам итәсәк. Концерт, оҫталыҡ дәрестәре, конурстар, уйындар ойоштороласаҡ.
Велосипедсыларҙың көтөп алған байрамы был. Күптәр велопарадта ғаиләләре менән ҡатнаша.
Фото: "Бәйләнештә"
Читайте нас