+14 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Иртәгә "Токио - 2020" олимпиадаһы асыла

23 июлдә "Токио - 2020" йәйге олимпиада уйындарын асыу тантанаһы уҙасаҡ. Был сара 2020 йылда уҡ уҙырға тейеш ине, әммә коронавирус пандемияһы арҡаһында кисектерелде.

Иртәгә "Токио - 2020" олимпиадаһы асыла
Иртәгә "Токио - 2020" олимпиадаһы асыла

Японияла олимпиада 23 июлдән 9 авгусҡа тиклем уҙасаҡ. Уны ойоштороу өсөн 15,4 миллиард доллар аҡса бүлергә тура килгән.

Токиола, коронавирус инфекцияһы таралыу сәбәпле, 12 июлдән 22 авгусҡа тиклем  ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелгән. 

Олимпиаданы асыу тантанаһында 950 рәсми вәкил ҡатнашасаҡ. Ә бына спорт ярыштары барышын ҡарарға сит илдекеләрҙе генә түгел, урындағы көйәрмәндәрҙе лә индермәйәсәктәр. 

"Токио - 2020" уйындарын тура эфирҙан күҙәтеп барырға мөмкин буласаҡ.

Фото интернеттан алынды.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: