+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Һәр бала йөҙә белергә тейеш

Ил Президенты Владимир Путин балаларҙы йөҙөргә өйрәтеү буйынса дөйөм программа булдырырға ҡушҡан. Ысынлап та, йөҙөү спорт төрө генә түгел, тормошта хәүефһеҙлек өсөн дә бик кәрәкле шөғөл шул. 

Һәр бала йөҙә белергә тейеш
Һәр бала йөҙә белергә тейеш

Йөҙөргә өйрәтеү дәрестәрен мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениеларынан башлап мәктәп, өҫтәмә белем биреү ойошмаларында, йәйге ял ваҡытында ла ойоштороу күҙ уңында тотола. 

Программа 2022 йылдан федераль һәм төбәктәр кимәлендә финанслана башлаясаҡ. Тормошҡа ашырыуҙа иһә Бөтә Рәсәй йөҙөү федерацияһы ла ҡатнашасаҡ. 

Фото: swim-school-1.ru

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: