+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Иң ҙур каток - Ағиҙел ярында

Өфөлә Ағиҙел яры халыҡтың яратҡан ял итеү урынына әүерелде. Хәҙер унда ҡыш көнө лә ваҡытты спорт менән шөғөлләнеп, файҙалы итеп үткәреү өсөн шарттар булдырыла. 27 декабрҙә ҡалалағы иң ҙур каток асыласаҡ. 

Иң ҙур каток - Ағиҙел ярында
Иң ҙур каток - Ағиҙел ярында

Оҙонлоғо 1 километр тирәһенә һуҙылған боҙ майҙансығында шыуыу бушлай буласаҡ. Өҫтәүенә, тәүлек әйләнәһенә эшләйәсәк. Унда үҙеңдең конькиҙарыңды алып барырға йәки иртәнге 11 сәғәттән  киске 11-гә тиклем прокатҡа алырға мөмкин. Өшөп китһәң, кафеға инеп кофе, сәй эсеп алырға була. Майҙан Яңы йылға матур итеп биҙәлә, йыр-моң да яңғырап торасаҡ. Барабыҙмы катокка? 

ФотоYouTube

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: