+23 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Балалар спорт менән шөғөлләнһен өсөн

Премьер-министр Михаил Мишустин Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса 2030 йылға тиклем Рәсәйҙә балалар һәм үҫмерҙәр спортын үҫтереү концепцияһын раҫлаған.

Балалар спорт менән шөғөлләнһен өсөн
Балалар спорт менән шөғөлләнһен өсөн

Маҡсат, әлбиттә, йәш быуынға спорт менән шөғөлләнеү өсөн мөмкинлектәрҙе арттырыу, сәләмәт тормош алып барырға саҡырыу. 

Концепцияға ярашлы, илдең бөтә төбәктәрендә лә мәктәп спорт лигалары, спорт менән шөғөлләнеү өсөн яңы инфраструктура, спорт-һауыҡтырыу лагерҙары, белем усаҡтарында, спорт мәктәптәрендә яңы матди-техник база булдырыласаҡ. Шулай уҡ бассейндар төҙөү, урам тренажёрҙары менән майҙансыҡтар асыу күҙаллана. Был концепция федераль ҡаҙна иҫәбенә тормошҡа ашырыласаҡ. Маҡсат: 2030 йылға балаларҙың 90 процентын спорт менән даими шөғөлләнеүгә ылыҡтырыу. 

Фото: sport-snaryazhenie.ru

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: