+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ҡытайҙа олимпиада башланасаҡ

4 - 20 февралдә Ҡытайҙың баш ҡалаһы Пекинда үтәсәк XXIV ҡышҡы олимпия уйындары башланыуға аҙ ғына ваҡыт ҡалды.

Ҡытайҙа олимпиада башланасаҡ
Ҡытайҙа олимпиада башланасаҡ

Унда 95 илдән 4 меңдән ашыу атлеттың ҡатнашыуы көтөлә. 7 спорт төрө буйынса 109 миҙал комплекты тапшырыласаҡ. Сараны асыу тантанаһы 4 февралдә Мәскәү ваҡыты менән 15.00 (Ҡытайҙа 23.00 сәғәт була) сәғәттә Пекиндың милли стадионында башланасаҡ. 

Олимпиаданың төп талисманы - Бин Дуньдунь исемле панда. Уның һул ҡулындағы йөрәк Ҡытай халҡының ҡунаҡсыллығын белдерә. Ойоштороусылар Бин Дуньдунь изгелек һәм еңеүгә ынтылыш өлгөһөн күрһәтә, тип иҫәпләй.

Фото: Global Look Press

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: