+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Хыялым тормошҡа ашты

Ҡыш еткәнен түҙем­һеҙләнеп көтөп алдым. Ни өсөнмө? Сөнки был ваҡытта саңғыла, конькиҙа, сноубордта шыуам. Каникул мәлендә рәхәтләнәм генә! Шулай ҙа иң яратҡан шыу­ғысым – сноуборд.

Хыялым тормошҡа ашты
Хыялым тормошҡа ашты

Был спорт төрө менән I синыфта уҡығанда уҡ ҡы­ҙыҡһына башлағайным. IV синыфта атайым ми­ңә бәләкәй генә сноуборд алып бирҙе. «Әйҙә, яйлап өйрән», – тине ул. Алтынсыла уҡы­ған­да үҙемә уңайлы ғына сноуборд бүләк иттеләр. Хәҙер инде был шыу­ғыста ныҡлап өйрәнеп алдым. Үҙемде ышаныслы тойғас, Белорет ҡалаһының «Мо­рат» тау-саңғы комплексына йөрөй башланым. Тау­ҙан шыуыу нес­кәлек­тәрен шунда тағы ла ныҡлап төшөндөм. Унда ҙур сноу­борд­тар күреп, күҙем ҡыҙ­ҙы. «Их, минеке лә бул­һа ине!» – тип хыялландым. Ниһайәт, быйыл атай-әсәйем Яңы йылға профессиональ сноу­борд бүләк ит­те. Хыялым тор­мош­ҡа ашты. Ҡыш­ҡы каникулымда Ташъяр, Бәләкәй Түбә, Оҙон­ғор тау­ҙарынан кинәнеп шыуам. Ял көндәрен саф һа­уала үткәрергә яратам.

Рузил ҒӘЛИУЛЛИН,
VIII синыф уҡыусыһы.
Белорет районы,
Шығай мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: