+17 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Эрнест Шәрәфетдинов алтын миҙал яулаған!

Өфөләге 12-се спорт мәктәбе һәм "Империя" клубы тәрбиәләнеүсеһе Эрнест Шәрәфетдинов каратэ буйынса халыҡ-ара турнирҙа еңеүсе булған.

Эрнест Шәрәфетдинов алтын миҙал яулаған!
Эрнест Шәрәфетдинов алтын миҙал яулаған!

Испанияла уҙған ярышта 64 илдән 800 спортсы ҡатнашҡан. 67 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә 69 каратист көс һынашҡан. Финал алышында Эрнест Испания спортсыһын еңгән. Шулай итеп,күп мәрәйҙәр йыйып, Эрнест донъя рейтингының G32 төркөмөнә ингән, быға тиклем  WKF (Бөтә донъя каратэ федерацияһы) буйынса донъяла 49-сы урында булған. 

Фото: Башҡортостан Республикаһы Спорт министрлығы.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: