+21 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Саф һауала - ҡышҡы уйындар

Ҡыш көнө лә, әгәр ялҡауланмаһаң, үҙеңә шөғөл табырға, рәхәтләнеп ял итергә була. Мәҫәлән, ҡар һәм боҙҙан төрлө һын, ҡаласыҡ төҙөргә, тауҙар өйөргә, лабиринттар эшләргә мөмкин. Бик булмаһа, йылға өҫтөн ҡаплаған ҡарҙан таҙартһаң – әҙер һыр­ғалаҡ, бейек тауға юл һалһаң – тюбинг трассаһы. Аҙаҡ инде саф һауала туйғансы уйнап, рәхәтләнеп ял итәһең.

Саф һауала - ҡышҡы уйындар
Саф һауала - ҡышҡы уйындар

Ҡышҡы каникул ваҡытында башлан­ғыс синыфтар өсөн «Беҙ сәләмәт тормош яҡлы!» девизы менән үҙенсәлекле спорт байрамы ойошторҙоҡ. Уҡыу­сылар командаларға бүленеп, оҙон һәм ҡыҫҡа араға йүгерҙе, ҡулса аша үтте, сәкән менән туп йөрөтөп, төрлө ҡаршылыҡтарҙы уҙып ярышты. Көйәрмәндәр улар­ҙы дәртләндереп торҙо.
Байрам күтәренке кәйеф менән тамамланды. Бына шулай бит остары алһыуланып, күҙҙәре янып торған, йөҙҙәренән йылмайыу китмәгән балалар саф һауала уйнап, шаярып ҡына ҡалманы, сәләмәтлеген дә нығытты.

Фәнилә ИҘРИСОВА, уҡытыусы.
Ғафури районы, Йөҙимән мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: