+14 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Беҙ сәләмәт тормош яҡлы

Һаулыҡ – ҙур байлыҡ, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Беҙ­ҙең интернат-лицейҙа балаларҙы спортҡа йәлеп итеү, сыныҡтырыу буйынса бик күп эштәр башҡарыла.

Беҙ сәләмәт тормош яҡлы
Беҙ сәләмәт тормош яҡлы

Быйылғы уҡыу йылында заманса йы­һаз­ландырылған тренажёр залына яңы йүгереү юлдары, велотренажёрҙар алынды. Бында балалар физик күнекмә яһай, үҙҙәренең һаулығын нығыта.
Беҙҙә уҡыусылар спорт менән әүҙем шөғөлләнә. Лицейҙа самбо, милли көрәш, волейбол, ауыр атлетика секциялары бик уңышлы эшләп килә. Йәш спортсыларыбыҙ ҡалала, республикала уҙғарылған ярыштарҙа ҡатнашып, юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә.
Ғинуар айы ауыр атлетика менән шөғөлләнеүселәргә бик уңышлы булды. Апалы-ҡустылы Камелия һәм Камил Юнысовтар республика кимәлендәге ярышта I урын яулаһа, Айҙар Тәҡиуллин II урынға сыҡты. Уҡыусыларҙың был еңеүендә Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Пётр Иванович Никитиндың роле бик ҙур. Самбо һәм волейбол секцияһын Лилиә Рәшит ҡы­ҙы Сәләхетдинова етәкләй. Ул – юғары категориялы тренер, Рәсәйҙең спорт мастеры.
Синыф сәғәттәрендә тәрбиәселәр һаулыҡты нығы­тыу тураһында әңгәмә алып бара, эстафеталар һәм баш­ҡа төрлө уйындар ойоштора.
Беҙ сәләмәт тормош яҡлы! Һаулыҡтары ҡулдарында икәнде яҡшы аңлай беҙҙең уҡыусылар.

Зөлфиә СӘЙФУЛЛИНА, юғары категориялы тәрбиәсе.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы, В. И. Ленин исемендәге
2-се интернат-лицей.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: