- Һеҙҙең өсөн бик иҫтәлекле көн, сөнки кадет булыу форма кейеү генә түгел, ә ауырлыҡтарҙан ҡурҡмау, дуҫлыҡ ҡәҙерен белеү, уҡыуҙа ныҡышмал, эштә тырыш булыу, тигән һүҙ. Кадетсылар өсөн иң мөһим төшөнсәләрҙең береһе – ул намыҫ, тәртип, абруй, яуаплылыҡ. Уларҙың бурысы: яҡшы уҡыу, һөнәр алыу, физик яҡтан ныҡ булыу, һәр ваҡыт ярҙамға килеү, ғәҙел һәм намыҫлы булыу, илеңдең патриоты булыу. Һәм, әлбиттә, ололарҙы һәм кеселәрҙе ихтирам итеү. Хәйерле юл, кадетсылар! Илһөйәр,телһөйәр булығыҙ,һеҙгә рухи үҫеш, уҡыуҙарығыҙҙа уңыштар һәм сәләмәтлек теләйем!– тип аҡ юл теләне.
"Бөгөнгө сара беҙҙең өсөн бик тулҡынландырғыс булды, ләкин төркөбөҙҙөң тырышлығы менән юғары һөҙөмтә күрһәтә алдыҡ, тип уйлайым. Айырыуса, командир булараҡ, миңә төшкән ҙур яуаплылыҡты тойҙом. Был сара беҙгә ыңғай йоғонто яһаны, форма кейгәс, үҙебеҙҙе күпкә ышаныслыраҡ тоя башланыҡ. Кадет исемен йөрөтөү - беҙҙең өсөн ғорурлыҡ!" – тине взвод командиры Динислам Әбүбәкеров.
Егеттәр ант биргәндән һуң уларҙы район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, хәрби комиссар Хөрмәт Хәмитов, мәғариф ветераны, егеттәрҙе хәрби серҙәргә өйрәткән Рим Исҡужин һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар, атай-әсәйҙәр тәбрикләне.Ә кадет формаларын тектерергә ярҙам иткән бағымсы Рифат Уйылдан улы Герфановҡа Рәхмәт хаты тапшырылды.
Йәнгүзәл Зәйнуллина, йәш хәбәрсе.
Баймаҡтағы 4-се лицей.