-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

"Атай, әсәй һәм мин - спорт ғаиләһе"

Мәктәбебеҙҙә уҡыусылар һәм атай-әсәйҙәр ҡатнашлығында спорт байрамы ойошторолдо. Унда беҙҙең IV «Б» синыфынан 10 ғаилә көс һынашты. Ярыштар мәктәп ихатаһында уҙҙы. Командалар үҙҙәренең девиздарын, визит карточкаларын алдан әҙерләгәйне. Уларҙың, капитандар сығыштарын ҡарау ҡыҙыҡлы булды.

"Атай, әсәй һәм мин - спорт ғаиләһе"
"Атай, әсәй һәм мин - спорт ғаиләһе"

Командалар олимпия уйындары атрибутикаһын белеү буйынса белемдәрен һынап ҡараны, төрлө уйындарҙа ҡатнашты. Уларҙы көйәрмәндәр дәртләндереп ултырҙы. Бергәләп флешмоб та ойошторҙолар.
Спорт байрамы парад менән тамамланды. Унда кескәйҙәр олимпия чемпиондарының фотоларын тотоп атлап уҙҙы.
Кемдәр еңеүсе булдымы? Беренсе урында – Бохарбаевтар, ә Кәримовтар икенсе булһа, Ҡаҙаҡбаевтар өсөнсө урын яуланы.
Еңеүселәргә, бөтә ҡатнашыусыларға бүләктәр, грамоталар тапшырылды.

Наилә ҺЕЛӘҮҺЕНОВА, синыф етәксеһе.
Хәйбулла районы, Аҡъярҙағы 1-се мәктәп.

"Атай, әсәй һәм мин - спорт ғаиләһе"
"Атай, әсәй һәм мин - спорт ғаиләһе"
"Атай, әсәй һәм мин - спорт ғаиләһе"
"Атай, әсәй һәм мин - спорт ғаиләһе"
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: