+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

"Шаяниум", рәхмәт һиңә!

Беҙҙең тоғро дуҫыбыҙ, Өфөләге Максим Горький исемендәге  3-сө гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фәнгизә Нафиҡова  "Шаяниум"дан алған тәьҫораттары менән уртаҡлаша. Бына нимә тип  яҙа ул:

"Шаяниум", рәхмәт һиңә!
"Шаяниум", рәхмәт һиңә!

“Алдағы өс аҙна "Шаяниум" менән үтте. Эшкә барған саҡта ла, эштә лә, эштән ҡайтҡан саҡта ла, хатта өйҙә лә баштан сыҡманы шаян уйын. Бына финиш һыҙығында беҙҙең 3-сө гимназияның "Мариин билмәндәре" командаһы – III урында. Минең бар яҡтан да әүҙем һәм шәп уҡыусыларым: Сулпан Ғәлиуллина, Аиша Дәүләтшина, Нурислам Ризуанов (VII синыф),  Мәликә Хәлиуллина, Асҡар Сәлихов (VI синыф) һәм Эвелина Әхмәтйәнова (XI синыф),  афариндар! Уҡыусыларыбыҙ бик ыңғай эмоциялар менән ҡайтты, хатта көйәрмән булып барғандарының да күҙҙәре янып, дәртләнеп,  киләһе йыл тағы ҡатнашырға теләктәре барлыҡҡа килде. Бик хуп!

 Өфө ҡала хакимиәте телебеҙ, мәҙәниәтебеҙ, милли рухыбыҙ өсөн бик ҙур һәм мөһим эш алып бара. Рух күтәренкелеге бүләк иткән  байрам өсөн Сәриә Хәбир ҡыҙына, Зөлфиә Тәлғәт ҡыҙына, КВН егеттәре Урал Салауат улына, Радмирға, Ниязға, Илһамға ҙур рәхмәт! “Шаяниум”  шәп кимәлдә үтте. Барыбыҙ ҙа иҫән-һау булып, тағы ла осрашырға яҙһын, Алла бойорһа!”

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: