+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Беҙҙә шахмат яраталар

Яңыраҡ оҙаҡ йылдар белем усағыбыҙҙы етәкләгән, бик күп шахматсылар әҙерләгән, оло ихтирамға лайыҡ Роберт Ишдәүләт улы Баязитов иҫтәлегенә шахмат турниры уҙҙы. Бәйгене асып, директорыбыҙ Йәмил Ишбулды улы Ҡотлобаев ярыштың ойошторолоу тарихы һәм әһәмиәте тураһында әйтеп үтте, йәш шахматсыларға уңыштар теләне. Азамат Роберт улы Баязитов атаһы иҫтәлегенә үткәрелгән турнирға килеүселәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Беҙҙә шахмат яраталар
Беҙҙә шахмат яраталар

Белгегеҙ килһә, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған уҡытыусыһы Роберт Баязитов 25 йыл буйы директор булып эшләгән осорҙа Байназар мәктәбе район буйынса ғына түгел, республика, Рәсәй, халыҡ-ара кимәлдә билдәле уҡыу йортона әйләнгән. Белем усағыбыҙ бер нисә йыл рәттән илебеҙҙә «Йыл мәктәбе» исемен йөрөткән, ә Европа форумында «Иң матур мәктәп» булып танылған. Район мәктәптәре араһында беренсе булып компьютер бүлмәһен булдырыу, уҡытыуҙы кабинет системаһында алып барыу, прогимназия һәм пролицей синыфтары асыу, спорт базаһын байытыу, «Азамат» бейеү ан­самбленә нигеҙ һалыу – әллә күпме эштәр башҡарылған.
Әлбиттә, спорт ҙур юғарылыҡҡа күтәрелгән. Мәктәп менән Роберт Ишдәүләт улы етәкселек иткәндә беҙҙекеләр районда, республикала төрлө ярыштарҙа гел алдынғы булған. Бигерәк тә шахмат буйынса көслө һаналғандар. Был турала бик күп Маҡтау ҡағыҙҙары, кубоктар, миҙалдар һәм ҡиммәтле бүләктәр белдерә. Әйткәндәй, Баязитов­тар ғаиләһендә барыһы ла шахмат уй­най. Ике ҡыҙы ла, өс улы ла. Роберт Ишдәүләт улы спорт өлкәһендәге уңыштары өсөн «Башҡорт­остандың иң яҡшы физик культура һәм спорт хеҙмәткәре» исемен дә лайыҡлы йөрөткән.
Ә беҙҙең мәктәптәге әлеге турнирға төрлө ауылдарҙан шахмат һөйөүселәр йыйылды. Дүртенсе йыл рәттән үткәрелгән ярышта 8 йәштән 69 йәшкә тиклемге 50 кеше ҡатнашты. Һәр береһе шәхси беренселектә, командалар араһындағы алышта көс һынашты. Турнирға ғаиләләре менән килеүселәр ҙә бар ине.
– Беҙҙең өйҙә бөтәһе лә шахмат уйнай. Был спорт төрө менән үҙем бала саҡтан дуҫмын. Әле балаларымды ла өйрәтеп алдым. Бергәләп ярыштарҙа ла ҡатнашырға тырышабыҙ.
Ата-әсәләргә теләгем бар: балаларығыҙҙы шахмат уйнарға өйрәтеп, төрлө ярыштарҙа ҡатнаштырып, һәләттәрен үҫтерегеҙ. Был уйын баланың логик фекерләүен көсәйтә, уның теүәл фәндәр­ҙән белемен арттыра, – ти райондың Балалар ижады үҙәге уҡытыусыһы Венера Наил ҡыҙы Манапова.
Иҫке Собханғол мәктәбе уҡыусыһы Яҙгөл Хәсәнова ла шахматты бәләкәй­ҙән ярата икән. Уның әсәһе Рәүилә апай ҙа был ярышта ҡатнашты. Өйҙәрендә улар ял ваҡыттарын шахмат уйнап үткәрә.
Ярышта иң оло ҡатнашыусы Ҡотан ауылынан Рәфҡәт Ғәлийән улы Ғәҙелшин ине.
– Мин ейәндәремде алып килдем, – тине ул. – Киләһе йыл был турнирға бағымсы булырға ла теләгем бар. Сөнки Роберт Ишдәүләт улы менән яҡындан аралашып, дуҫ һәм татыу йәшәнек. Уның тыуған ауылы һәм район өсөн эшләгән эштәре баһалап бөткөһөҙ.
Ярыш һөҙөмтәләренә килгәндә, башланғыс синыф уҡыусылары араһында ҡыҙҙарҙан – Гөлназ Манапова, малай­ҙарҙан Инсаф Сөләймәнов еңеп сыҡты. 18 йәшкә тиклемгеләр араһында ҡыҙҙар­ҙан – Яҙгөл Хәсәнова, ә егеттәрҙән Алмаз Мирасов I урын яуланы.
Командалар араһында Байназар мәктәбе уҡыусылары (Ал­маз Мирасов, Рәсимә Тулыбаева) чемпион булды. Балалар ижады үҙәге – II, ә Аҫҡар мәктәбе III урын алды.
Өлкәндәр араһында ла иң-иңдәр билдәләнде. Еңеүселәргә Маҡтау ҡағыҙҙары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Мине шуныһы ҡыуандырҙы: был ярышта башланғыс синыф уҡыусылары күпләп ҡатнашты. Беҙҙә шахмат менән ҡыҙыҡһыныусылар артҡандан-арта ғы­на.

Вәсилә ӘЙҮПОВА, йәш хәбәрсе.
Бөрйән районы,
Байназар мәктәбе.

Беҙҙә шахмат яраталар
Беҙҙә шахмат яраталар
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: