+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Спорт һәм сәләмәтлек байрамы

Март айы үтеп барһа ла, ҡыш бирешергә уйламай ҙа. Көрәш барған һымаҡ. Иртәле-кисле һыуыҡ булһа, ә көндөҙ ҡояш нурҙары яҙғыса йылытырға тырыша. Тап ошондай мәлдә районыбыҙҙың Ялсы ауылы биләмәһе хакимиәте башлығы призына саңғы ярышы үткәрелде.

Спорт һәм сәләмәтлек байрамы
Спорт һәм сәләмәтлек байрамы

Мәҙәниәт йорто алды байрамса биҙәлгән. Дәртле көй яңғырай. Ярышыусылар өсөн саңғы трассаһы күптән әҙер. Спорт байрамына уҡыусылар, ауыл халҡы ғына түгел, хатта өлкән йәштәгеләр ҙә килеп еткәйне.
Тантаналы өлөштән һуң ярыш­ҡа старт бирелде. Ялсыла үткәрелгән был уҙышта беҙҙең синыфтан дүрт кеше ҡатнашты. Иң-иңдәр йыйыл­ғайны. Шулай булһа ла, биреш­мәҫкә тырыштыҡ. Йығылып кит­һәк, тиҙ генә тороп, юлды артабан дауам иттек. Финишҡа барыбер барып еттек.
Бындай саңғы ярышында мин тәүге тапҡыр ҡатнаштым. Ул уңышлы булды, икенсе урын алдым. Еңеүселәрҙе ауыл хакимиәте башлығы Ирек Раял улы һәм үҙебеҙҙең физкультура уҡытыусыһы Ришат Шәрәфетдин улы Маҡтау ҡағыҙы, миҙалдар менән бүләкләне.
Был уҙышта өлкән уҡытыу­сыларыбыҙ, хәҙер инде хаҡлы ялдағы Фәймә Шәһивәли ҡыҙы һәм Салауат Ишбулды улы Сыңғыҙовтарҙы күреү һоҡландырҙы. Уларҙың ғаиләһе районда өлгөлөләрҙән һанала. Ярыштарҙа гел призлы урындар алалар. Ейәнсәрҙәре – өсөнсө синыфтан Лиана ла олатай-өләсәйҙәре менән бергә төрлө бәйгеләрҙә ҡатнаша. Гел еңеп сыға. Был юлы ла һынатманы ул.
Спорт һәм сәләмәтлек байрамы ҡатнашыусыларҙа, көйәрмәндәрҙә яҡшы тәьҫораттар ҡалдырҙы һәм күтәренке кәйеф бүләк итте. Ул күмәкләшеп фотоға төшөү һәм тәмлекәстәр ҡушып ҡайнар сәй эсеү менән тамамланды.

Вәсилә ЙӘҒӘФӘРОВА,
V синыф уҡыусыһы.
Күгәрсен районы,
Хоҙайбирҙин мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: