+26 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Карате малайҙар өсөн генәме?

– Юҡ, – ти Ангелина ПЕТУХОВА. Ул – Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы 30-сы мәктәптең III «В» синыфы уҡыусыһы. «Бишле» һәм «дүртле»гә генә өлгәшә, тәбиғәтте өйрәнеү, физкультура, баш­ҡорт теле дәрестәрен көтөп ала. Быға тиклем самбо секцияһына йөрөгән, хәҙер иһә карате серҙәренә төшөнә.

Карате малайҙар өсөн генәме?
Карате малайҙар өсөн генәме?

– Японияла барлыҡҡа килгән был спорт төрө миңә ныҡ оҡшай. Күптәр каратены малайҙар өсөн генә, тип уйлап яңылыша. Беҙҙең төркөмдә лә ҡыҙҙар байтаҡ. Тормошта төрлө хәлдәр килеп сығырға мөмкин. Шуға ла карате алымдарын өйрәнеү, тәү сиратта, үҙ-үҙеңде яҡлау өсөн кәрәк, тип уйлайым, – ти Ангелина.
Быйыл беренсе йыл ғына шөғөлләнеүенә ҡарамаҫтан, ҡала, төбәк-ара ярыштарҙа ҡатнашып, призлы урындар ҙа яулап өлгөргән. Имтиханын уңышлы тапшырып, һары билбау ҙа алған.
Кәүҙәне формала тотоу, ихтыяр көсө, ныҡышмалылыҡ, таһыллыҡ, иғтибарлылыҡ, түҙемлек кеүек күркәм сифаттар ҙа тәрбиәләй ул спорт менән мауығыу. Ангелина һымаҡ дәрестәрҙән һуң аҙнаһына өс тап­ҡыр күнекмәләргә йөрөү һәр кемдең ҡулынан килә торған эш түгел. Ә ул һис тә ялҡауланмай. Күңелеңә ятҡан шөғөл ялҡытмайҙыр, күрәһең.

Юлиә КИРӘЕВА.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: