-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Беҙҙең йәш батырҙарға тиңдәр юҡ

Мәктәбебеҙҙә Йәҙгәр Нәҙир улы Ғазин иҫтәлегенә милли көрәш буйынса район ярышы уҙҙы. Быйыл һигеҙенсе тап­ҡыр ойошторолдо ул.

Беҙҙең йәш батырҙарға тиңдәр юҡ
Беҙҙең йәш батырҙарға тиңдәр юҡ

Йәш батырҙар алышын асып, Башҡортостан Республикаһының дәүләт флагын күтәреү хоҡуғы мәктәбебеҙҙә үткән сараларҙа әүҙем ҡатнашҡан һәм спорт ярыштарында еңеү яулаған VIII синыф уҡыусыһы Илһам Хәмитов менән IX синыф уҡыусыһы Айтуған Малаҡаевҡа бирелде.
– Бөгөн батырыбыҙҙы иҫкә алып, хөрмәт итеп ярышҡа килгәнегеҙ өсөн рәхмәт. Барығыҙға ла байрам кәйефе, ярыш сәме һәм иң мөһиме, һаулыҡ теләйем, – тип ҡотлау сәләмен еткерҙе мәктәбебеҙ директоры Йәмил Ишбулды улы Ҡотлобаев. Шулай уҡ район спорт комитеты буйынса белгес Ирек Ғәлим улы Шәмиғолов та ҡатнашыусыларға уңыштар теләне.
Йәҙгәр Ғазин бала сағынан көрәш менән шөғөлләнгән. Бәйгеләрҙә гел еңеүҙәр яулаған. Мәктәптә тренер булып эшләй башлағас, балаларҙы был спорт төрөнә ылыҡтырған.
Әйткәндәй, әлеге көндә уның уҡыусылары Илшат һәм Юнир Ғазиндар, Илнар Салауатов – көрәш буйынса спорт мастер­ҙары. Ә улы Айҙар Ғазин менән Рәдис Байназаров республика ярыштарында бил бирмәй. Улар­ға үҙ ауырлыҡ үлсәмендә тиңдәр юҡ.
Ә мәктәбебеҙҙә уҙған алыш­ҡа Иҫке Собханғол спорт мәктәбе, Яңы Усман, Әтек, Урал аръяғы агро-сәнәғәт колледжы егеттәре командаһы килгәйне. Ярыш сәмле барҙы. Бер-береһен еңәм, тип тырышҡан йәш көрәшселәргә һоҡланып ҡарап ултырҙыҡ.
Был көндө беҙҙең мәктәп ко­мандаһына тиңләшеүсе табылманы. Егеттәребеҙ үҙҙәрен ысын йәш батырҙар итеп танытты. Инсаф Бикмөхәмәтов (30 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә), Ильяс Ситдиҡов (35 килограмм), Алмаз Ҡыямов (60 килограмм), Айтуған Малаҡаев (70 килограмм) чемпион исемен яуланы. Мансур Наурыҙбаев (40 килограмм), Аҡтанбәк Абдулбаев (45 килограмм), Илһам Хәмитов (50 килограмм) икенсе урынға сыҡты. «Иң оҫта көрәшсе» исеме Бәхтийәр Сафинға бирелһә, Рушан Аҫылғужин абсолют чемпион тип танылды.
Командалар араһында байназарҙар – I, иҫке собханғолдар – II, әтектәр III урын яуланы. Еңеүселәр иҫтәлекле бүләктәр, миҙалдар алып һөйөндө. Беҙ­ҙең мәктәп йәш батырҙарына күсмә кубок тапшырылды.

Вәсилә Әйүпова,
йәш хәбәрсе.
Бөрйән районы,
Байназар мәктәбе.

Беҙҙең йәш батырҙарға тиңдәр юҡ
Беҙҙең йәш батырҙарға тиңдәр юҡ
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: