+26 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Алда беҙҙе ҙур еңеүҙәр көтә

Мәктәбебеҙҙә ҡатнаш көрәш сәнғәте секцияһы эшләй. Унда егеттәр генә түгел, ҡыҙҙар ҙа теләп йөрөй. Командабыҙ «Компас» тип атала. Тренерыбыҙ – Айвар Радик улы Саҙретдинов, ул беҙгә бар белгәндәрен еткерергә тырыша, спортты яратырға, ныҡышмал, тырыш, көслө, бер ҙә бирешмәҫкә өйрәтә. Аҙнаһына өс тапҡыр шөғөлләнәбеҙ, күнекмәләрҙе һис кенә лә ҡалдырғаныбыҙ юҡ.

Алда беҙҙе ҙур еңеүҙәр көтә
Алда беҙҙе ҙур еңеүҙәр көтә

Командабыҙ ярыштарҙа ла ҡатнашып тора. Уңыштарыбыҙ һанап бөткөһөҙ. Арабыҙҙан Ленария Мөхәмәтйәнова өс тапҡыр Башҡортостан чемпионкаһы булды. Ул шулай уҡ Дәүләкәндә уҙған алышта – беренсе, Джефф Монсон исемендәге турнирҙа өсөнсө урын яуланы.
Ә Камил Камалов Татарстан чемпионы исемен алды. Әмирхан Әсмәндийәров, Розалиә Ғарипова, Зилина Йәғләмүнова, Тимур Закиров, Алтынай Шөғәйеповалар ҙа һынатмай. Ярыштарҙа призлы урындар яулайҙар. Уларҙан мин дә ҡалышмаҫҡа тырышам.

Милена ХӘКИМОВА,
VII синыф уҡыусыһы.
Салауат районы,
Әлкә мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: