+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Өлгөлө ҡыҙҙар

 Ишембайҙағы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт интернат- гимназияһының IV “А” синыфы уҡыусылары Мәҙинә Шакирова, Айһылыу Исмәғилева, Зарина Зарипова – Юрий Гагарин кубогына үткәрелгән олимпиаданың республика этабында призёрҙар.

Өлгөлө ҡыҙҙар
Өлгөлө ҡыҙҙар

 Мәҙинә – тирә-яҡты өйрәнеү, Айһылыу – урыҫ теле, Зарина информатика һәм тирә-яҡты өйрәнеү буйынса еңеү яулаған.  Тағы ла Мәҙинә – вокал буйынса "Башҡортостан таланттары" конкурсы лауреаты. Айһылыу  синыфта иң күп китап уҡыусы булһа, Зарина – Башҡортостанда балалар араһында иң мәргән йәйәнән уҡ атыусы. Ул – ике йыл рәттән "Уғатар" традицион уҡтан атыу буйынса республика балалар фестиваленең еңеүсеһе лә. Бына ошондай тырыш, өлгөлө уҡыусылар уҡый был белем усағында. Уҡытыусылары Зөһрә Фәтҡулла ҡыҙы Сәфәрғолова дәртләндереп кенә тора, ярышҡа ла үҙе алып йөрөргә тырыша.  Хатта ҡайһы ваҡыт юлға киткән сығымдарҙы ла үҙ иҫәбенән ҡаплай. Был ҡыҙҙарҙың тағы ла бейегерәк үрҙәр яулауҙарын теләйбеҙ.  

 

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: