+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Рөстәм Шәрипов кадеттар менән осрашҡан

Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов Ишембай ҡалаһында Волга буйы федераль округының Башҡорт кадет корпусында уҡыған  Хәйбулла районы кадеттары менән осрашҡан.

“Бына тигән шәп егеттәр! Улар кадет туғанлығы, дуҫлыҡ һәм намыҫ төшөнсәһен яҡшы белә. Киләсәктә, бәлки, уларҙың барыһы ла кадрлы офицер ҙа булмаҫ, әммә Тыуған илен, үҙ намыҫын, яҡындарын һаҡлаусы, Ватаныбыҙ патриоттары буласаҡтарына иманым камил. Кадет корпусына Башҡортостандың данлы улы, Рәсәй Геройы Александр Доставаловтың исеме юҡҡа ғына бирелмәгән. Был егеттәргә уңыштар теләйем, уларҙың белеме һәм оҫталығы тик тыныс тормошта ғына кәрәк булһын!” – тип яҙа үҙ сәхифәһендә Рөстәм Динислам улы.

 

Сығанаҡ һәм фото: vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: