+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Хәйбуллала милли көрәш батырҙары үҫә

Хәйбулла районы Бүребай мәктәбенең уҡыусылары Рәшит Ҡолсонбаев, Данил Тулыбаев, Александр Чинейкин һәм Артур Әлбәков (тренерҙары –Зиннур Әминев)  милли көрәш секцияһына  йөрөй. Улар һуңғы ваҡытта бик яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеп, мәктәп данын да күтәргән.

Милли көрәш буйынса ярыштың төбәк-ара этабында Рәшит Ҡолсонбаев, Данил Тулыбаев, Александр Чинейкин, Артур Әлбәков һәм Артур Шәкиров үҙ ауырлыҡ үлсәмдәрендә I урын алған. Киләһе этапта уҡыусылар Күмертау ҡалаһында Советтар Союзы Геройы Ғәфиәтулла Арыҫланов иҫтәлегенә арналған милли көрәш буйынса республика ярыштарында әүҙем ҡатнашҡан. Һөҙөмтәлә, Данил Тулыбаев I урын яулаһа, ә Рәшит Ҡолсонбаев менән Александр Чинейкин үҙ ауырлыҡ үлсәмдәрендә III урынға лайыҡ булған.

Шулай уҡ Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында  уҙғарылған милли көрәш буйынса төбәк ярышында ошо уҡ егеттәр өсәүһе лә  призлы урын алған.

Көрәш - милләтебеҙҙең ал биҙәге бит ул. Афарин, егеттәр!

 

Фото: vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: