+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

"Әрме ҡул һуғышы – сәләмәт быуын, көслө ил!"

Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында Хәрби разведчиктар көнөнә арналған әрме ҡул һуғышы буйынса турнир үткән.  

 Ярышты "Әрме ҡул һуғышы – сәләмәт быуын, көслө ил!" проектын ғәмәлгә ашырыу  буйынса Президент гранттары фонды ярҙамында "Дала Амурҙары" спорт клубы ойошторған. Сарала Урал Аръяғы һәм Ырымбур өлкәһенең төрлө райондарынан 10-17 йәштәрҙәге 50 бала көс һынашҡан.

Турнир сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, йәштәрҙе спорт менән даими шөғөлләнеүгә йәлеп итеү һәм Хәйбулла районында әрме ҡул көрәшен популярлаштырыу маҡсатында уҙғарылған.

 

Сығанаҡ һәм фото: vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: