+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Велосипедта елдәй елеп...

Бәләкәйҙән спорт менән шөғөлләнеү сәләмәтлек өсөн генә файҙалы түгел, ә бала күңелендә рух ныҡлығы, ихтияр көсө, сәм, ныҡышмалылыҡ, үҙ-үҙеңә ышаныс тәрбиәләүгә лә булышлыҡ итә. Бөгөн һеҙҙе таныштырасаҡ геройым да тап ана шундай күркәм сифаттарға эйә.

Велосипедта елдәй елеп...
Велосипедта елдәй елеп...

Руслан Ғәзизов – Ишембай егете, 14-се мәктәптең VII синыфында белем ала. Ул велоспорт менән мауыға.
– Спортты ныҡ яратам. Сәләмәт тормош яҡлымын. Бәләкәйҙән сынығып, көслө булып үҫеүҙе төп маҡсатым итеп ҡуйҙым. Шуға көн дә күнекмәләр эшләйем, йәйгеһен йүгерәм, ҡышын саңғы шыуам. Футбол, волейбол уйындары оҡшай. Төрлө спорт секцияларына йөрөп ҡараһам да, велоспортта туҡталдым. Үҙемде тап ошо спорт төрөндә таптым, тип тә әйтергә була. Велосипедта елдереү ныҡ оҡшай. Әле лә хәтеремдә: 3 йәштәр тирәһендә генә булғанда уҡ Гүзәл өләсәйем менән үҙебеҙ йәшәгән ҡасабаны көн дә велосипедта урап сыға торғайныҡ. Күңелемдә велоспортҡа һөйөү уятыуҙа уның роле ҙур, тип уйлайым, – ти егет.
Был спорт төрө менән икенсе йыл инде ҡалала ойошторолған велобазала шөғөлләнә Руслан. Күнекмәләрҙе ҡалдырмай, тренерҙың кәңәштәрен теүәл үтәй, һәр һүҙенә яуаплы ҡарай. Тырышлығы уңыш та килтергән. Был хаҡта Русландың диплом, миҙал, кубоктары ла һөйләй. Уларҙың иҫәбе-һаны юҡ.
– Тәүге йылды ҡала, республика кимәлендә ойошторолған ярыштарҙа икенсе, өсөнсө урындарҙы яулап килде. Быйыл, Аллаға шөкөр, ҡайҙа барһа ла, алтын миҙалдар ғына алып ҡайта. Йәйгеһен Салауат, Мәләүез, Октябрьский, Саҡмағош, Благовар, Кушнаренко яҡтарына барҙы. Еңеү менән ҡайтҡанын ҡыуанып көтөп алабыҙ, ейәнем – минең оло шатлығым, – ти Русландың өләсәһе Гүзәл Ғәзизова.
Әйткәндәй, ата-әсәһе алыҫ Ямал яҡтарында вахта ысулы менән эшләгәнлектән, Руслан өләсәһе менән донъя көтә. Уның алыштырғыһыҙ ярҙамсыһы, терәге. Баҡса эштәрендә булыша, мунса яғыу, ҡышын ҡар көрәү уның өҫтөндә. Ҡыҙҙар эше, тип тормай, кәрәк булһа, өйҙә лә тәртип урынлаштыра. Трактор йөрөтөргә лә өйрәнеп алған.
Русландың Регина исемле апаһы ла бар. Ул өсөнсө йыл Ҡазанда белем ала. Бер-береһе өсөн өҙөлөп торған туғандар байрам, каникул мәлдәрендә генә һағынып осраша.
Велосипедта елдәй етеҙ елгән Руслан уҡыуҙа ла һынатмай. Яҡшы билдәләргә генә өлгәшә. Фоторәсеме Почёт таҡтаһынан төшмәй. Бигерәк тә урыҫ теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен көтөп ала. Төрлө ижади бәйгеләрҙә, Юрий Гагарин кубогына уҙғарылған олимпиадала әүҙем ҡатнашып, еңеүҙәр яулай.
Велоспортты үҙ иткән Руслан киләсәктә лә был шөғөлөнән айырылмаҫҡа теләүен белдерҙе. Алдына ҙур маҡсаттар ҡуйып, изге хыялдар ҡороп йәшәгән егеткә Хоҙай матур, бәхетле яҙмыш насип итһен!


Юлиә КИРӘЕВА.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: