+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Американан - еңеү менән!

Өфөнөң 1-се лицейы уҡыусыһы Алексей Хәсәнов Ҡушма Штаттарҙа «Те-Кенджуцу Кан» халыҡ-ара каратэ конкурсында уңышлы сығыш яһаған. Турнир Лос-Анджелеста, Калифорния штатында үткән.

Алексей 9 - 10 йәшлек малайҙар араһында ката категорияһында (ҡатнаш дәғүәселәргә ҡаршы күрһәтмә сығыш) һәм кумит (хәрби спарринг) секцияларында сығыш яһаған.
Кумит секцияһында Алексей финалда Япониянан дәғүәсеһен еңеп беренсе урынға лайыҡ була. Ката категорияһында Өфө спортсыһы бронза миҙал яулаған.

Сығанаҡ һәм фото: vk.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: