+24 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Кем иң мәргәне?

Баш ҡалабыҙҙың Совет районында үҫмерҙәр араһында пневматик винтовканан атыу буйынса ярыш уҙҙы. Кем иң мәргәне, тиһегеҙме?

Таныш булығыҙ: Самира Сәйфуллина! Беҙҙең мәктәптең IX «Б» синыфында уҡый ул. «Йәш армеецтар» хәрби-патриотик хәрәкәте ағзалары араһында үткәрелгән турнирҙа еңеп сыҡты.
Был ярыш хәрби оҫталыҡты тикшереү, балалар­ҙы спортҡа ылыҡтырыу, йәштәрҙе әрмегә әҙерләү маҡсатында ойошторолдо. Беҙҙәге йәш армеецтар­ҙы уҡытыусы Данис Фәрит улы Йәнгиров тәрбиәләй. Уҡыу йылы башында алтынсылар араһынан икенсе төркөм дә барлыҡҡа килгәйне. Улар ҙа хәрби әҙерлек нигеҙҙәренә төшөнә башлаған.
– Самира – беҙҙең ғорурлығыбыҙ инде, – ти Данис Фәрит улы. – Утыҙ мәрәй йыйып, районда иң-иңе булып танылды. Илдар Сәйетғәлин, Моисей Баландин, Оскар Вилдановтар ҙа һынатманы. Командабыҙ дөйөм иҫәптә икенсе урынға сыҡты.
Мәктәбебеҙҙә спортҡа иғтибар ҙур. Беҙҙекеләр район, ҡала кимәлендә призлы урындар алып һөйөнә.

Лилиә МӘҮЛИТОВА.
Өфө ҡалаһы, 108-се мәктәп.

Кем иң мәргәне?
Кем иң мәргәне?
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: