+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Килдейәровтар — еңеүсе!

Өфөлә үткән  «Яңы йыл ғаилә уйындары - 2023» республика фестиваленең финалында Әбйәлил районынан Килдейәровтар ғаиләһе еңеп сыҡты. Ҡотлайбыҙ! Икенсе урынды Яңауылдан - Иҙебаевтар, өсөнсө урынды Йылайыр районынан Вәлиевтәр яуланы.

Еңеүсе Килдейәровтарҙың ғаиләһе төп призға - «Танып» шифаханаһына юлламаға эйә булды.

– Хоккейҙа еңелгәс, беренсе урын ала алмаҫбыҙ, тип уйлағайным. Әммә миңә, был мөһим түгел, тинеләр. Ә һуңынан туп һәм обруч менән эстафеталарҙа беҙ беренсе булдыҡ. Шулай итеп, еңеүгә өлгәштек, — ти ғаилә башлығы Әҙеһәм Килдийәров.

«Быймала хоккей» уйынында призлы урындар яулаған командалар Өфөнөң «Кировец» хоккей клубының танытмалары, миҙалдары һәм кубоктары менән бүләкләнде. «Яңы йыл ғаилә уйындары — 2023» еңеүселәре иҫтәлекле приздар һәм кубоктар алып һөйөндө.

 

Сығанаҡ һәм фото: vk.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: