+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Һай, үҙебеҙҙекеләр!

Күптән түгел Ғафури районының "Красноусол" шифаханаһы биләмәһендә “Еҙем фест. Рәсәй халыҡтары уйындары” төбәк-ара мәҙәни-танып белеү фестивале уҙҙы.

Һай, үҙебеҙҙекеләр!
Һай, үҙебеҙҙекеләр!

Уны Мәҙәни башланғыстарға булышлыҡ итеү буйынса Президент фонды ярҙамы менән “Тархан” туроператоры һәм Ғафури районы хакимиәте ойошторҙо. Фестивалгә Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Күмертау ҡалаларынан, Ишембай, Бөрө, Ауырғазы райондарынан 700-ҙән ашыу ҡунаҡ килгәйне. Шулай уҡ был сарала уҡыусыларҙың да ҡатнашыуы ҡыуандырҙы. Әле һеҙ күргән  фотоһүрәттәге башҡорт үҫмер егеттәренең исемдәре лә матур: Ғәзинур, Ислам, Рамаҙан. Улар – Ишембай ҡалаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге  2-се башҡорт интернат- гимназияһының IV cиныф уҡыусылары. Бар яҡтан да өлгөлөләр. Гел ”дүртле” һәм “бишле” билдәләренә өлгәшәләр, шулай уҡ бик оҫта  уҡсылар ҙа үҙҙәре. Милли йәйәнән уҡ атыу буйынса “Аҡтайлаҡ” клубында 4-се йыл шөғөлләнәләр. Етәкселәре – Зөһрә Фәтҡулла ҡыҙы Сәфәрғолова.  Ғәзинур Ҡәҙерғолов "Уғатар – 21" бәйгеһендә республика чемпионы булһа, Рамаҙан Зарипов – "Уғатар – 22" чемпионы.Ә Ислам Мәүлитов фестивалдә өсөнсө урын яуланы.

Ҡалай маладистар! Уңыштар һеҙгә, мәргән уҡсылар!

 

Фото: vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: