+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ҡурҡаҡтар хоккей уйнамай

Белорет районының Сермән ауылында хоккей турниры уҙҙы. Унда барлығы дүрт команда көс һынашты. Белореттарҙың «Бөркөт», «Абҙаҡ», «Айыуҙар» хоккейсыларына беҙҙең мәктәптекеләр ҡаршы сыҡты.

Ҡурҡаҡтар хоккей уйнамай
Ҡурҡаҡтар хоккей уйнамай

Уйындар ҡыҙыу барҙы, сөнки һәр команда еңергә тигән уй менән килгәйне. Боҙ өҫтө алыш майҙанына әйләнде. Бер кем дә бирешергә теләмәне.
– Быға тиклем беҙҙең Байназар мәктәбе командаһы сит райондар­ға сыҡҡаны юҡ ине. Бына быйыл Сермән ауылы командаһы менән дуҫлыҡ күпере һалынды. Уларға һәм Айытбай ағай Әйүповҡа турнирға саҡырғандары өсөн рәхмәт һүҙҙәремде еткерәм. Был уйындарҙа йәш хоккейсылар тәжрибә туплай, күп нәмәгә өйрәнеп ҡайта.
Беҙҙең мәктәптә был спорт төрөн яраталар. Хоккейҙы үҫтереүҙе маҡсат итеп алып, артабан да төрлө райондарға сығырбыҙ, ҙур еңеүҙәргә ирешербеҙ, тип уйлайым. Бының өсөн беҙҙә көс, дәрт бар, – ти Байназар мәктәбе командаһы тренеры Флүр Хәлил улы Дәүләтшин.
Үҙебеҙҙең йәш хоккейсылар менән дә һөйләшәм.
– Миңә был уйын ныҡ оҡшай. Хоккей менән бишенсе синыфтан уҡ шөғөлләнәм. Үҙемде ололарға ҡаршы уйнап та һынап ҡарағаным бар. Ағай­ҙарҙан күп нәмәгә өйрәндем, бының өсөн уларға рәхмәт әйтәм. Хәҙер хоккей уйнап туймайым. Боҙға еңеү өсөн генә сығам, – ти команда капитаны Илнар Килмөхәмәтов.
– Хоккей – ҡыйыуҙар һәм тәүәккәлдәр уйыны. Ҡурҡып торһаң, боҙға сыҡмауың хәйерле. Бәләкәйҙән был уйынды яратам. Сермәндәге турнирға ла ныҡлап әҙерләндек. Бөтәһе лә тырышты. Беҙ еңеү өсөн килдек, – тип һүҙгә ҡушылды Вадим Буранбаев.
Хоккей турниры кис ауғансы дауам итте. Көйәрмәндәр ҙә күп кенә йыйылғайны. Һәр береһе үҙ командаһын дәртләндереп кенә торҙо. Беҙҙең егеттәрҙе еңеүгә әйҙәп, минең дә тауыш бөттө.
Шулай итеп, IV урынды «Абҙаҡ» алһа, «Айыуҙар» өсөнсө булды. Ә кемдәр еңдеме? «Бөркөт» командаһы, уларға кубок тапшырылды. Беҙҙең байназар­ҙар II урынға сыҡты. Минеңсә, был да – ҙур еңеү! Тәүге тапҡыр сит майҙанда уҙған турнирҙа ҡатнаштылар бит.
Әйткәндәй, беҙҙең команданан Динислам Маликов иң мәргән уйынсы булып танылды. «Иң яҡшы һөжүм итеүсе» исемен – Кирилл Литвиненко («Айыуҙар»), «Иң яҡшы һаҡсы» исемен – Динар Һибәтуллин («Абҙаҡ»), ә «Иң яҡшы ҡапҡа һаҡсыһы» исемен Булат Абдрахманов («Бөркөт») алды. Еңеүселәр Маҡтау ҡағыҙҙары һәм миҙалдар менән бүләкләнде.
Миңә хоккей турниры ныҡ оҡшаны. Унда йәш хәбәрсе, көйәрмән булараҡ йөрөп ҡайттым. Бының өсөн мәктәп етәкселегенә рәхмәтемде белдерәм.

Вәсилә ӘЙҮПОВА, йәш хәбәрсе.
Бөрйән районы, Байназар мәктәбе.

Ҡурҡаҡтар хоккей уйнамай
Ҡурҡаҡтар хоккей уйнамай
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: