+18 °С
Ясно
VKOKTelegram

Етеҙлектә ярыштылар

Февраль төрлө сараларға бай ай. Күмәк оборона һәм хәрби-илһөйәрлек эштәр айлығы сиктәрендә Татырүҙәк ауылы мәктәбендә V - XI синыф уҡыусылары араһында «Зарница» хәрби-спорт уйыны үткәрелде.

«Зарница» - ул бөтә ҡағиҙәләр буйынса уҙғарылған хәрби-спорт байрамы. Балалар кәрәкле атрибутика: карта, флагтар әҙерләгән. Командаларға бүленеп, улар үҙҙәренең командаһын еңеүгә илтеү өсөн бөтә кәрәкле бурыстарҙы лайыҡлы үтәне.

Етеҙлектә, таһыллыҡта, оҫталыҡта һынау тотҡан егеттәр һәм ҡыҙҙар күңелле саранан ҡәнәғәт ҡалды. 

Гөлназ ИБРАҺИМОВА.

Хәйбулла районы.

Етеҙлектә ярыштылар
Етеҙлектә ярыштылар
Етеҙлектә ярыштылар
Етеҙлектә ярыштылар
Етеҙлектә ярыштылар
Етеҙлектә ярыштылар
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас