

Бар яҡтан да өлгөлөләр. Гел «дүртле» һәм «бишле» билдәләренә өлгәшәләр, шулай уҡ бик оҫта уҡсылар ҙа үҙҙәре.
Күптән түгел Ғафури районының «Красноусол» шифаханаһы биләмәһендә «Еҙем фест. Рәсәй халыҡтары уйындары» төбәк-ара мәҙәни-танып белеү фестивалендә лә ҡатнашҡандар. Быға тиклем Ғәзинур Ҡәҙерғолов «Уғатар – 2021» бәйгеһендә еңеүсе булһа, Рамаҙан Зарипов – «Уғатар – 2022» чемпионы. Ә Ислам Мәүлитов әлеге фестивалдә өсөнсө урын яуланы.
Был егеттәр милли йәйәнән уҡ атыу буйынса үҙҙәрендәге «Аҡтайлаҡ» клубында дүртенсе йыл шөғөлләнә. Етәкселәре – Зөһрә Фәтҡулла ҡыҙы Сәфәрғолова.