+19 °С
Ясна
VKOKМакс

"Йәншишмә" призына

Күмертауҙарҙы маҡтағандан-маҡтағы килә. Быйыл да йәш саңғысылар араһында «Йәншишмә» призына республика финалын ҙур ойош­ҡанлыҡ менән үткәрҙеләр. Бер аҙ буран сығып, һауа торошо боҙолоп китһә лә, улар юғалып ҡалманы. Бының өсөн ҡалалағы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Сергей Анатольевич Андрюшинға һәм уның командаһына рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.

"Йәншишмә" призына"Йәншишмә" призына
"Йәншишмә" призына

Ярышты ҡасан үткәреүҙе беҙ билдәләмәйбеҙ. Быйыл ул 25 – 26 февралгә тура килде. Күмертауҙар ныҡлап әҙерләнгәйне, ҡатнашыусы командаларҙы ихлас ҡаршыланылар. Әйтеүе генә анһат, ике йәш төркөмөндә ике көн барған уҙыштың тәүгеһендә – 167, ә икенсеһендә 163 йәш саңғысы стартҡа баҫты.
– Ғафури районының Ҡауар­ҙы мәктәбенән килдек, – ти физкультура уҡытыусыһы Сабир Сабит улы Исхаҡов. – Беҙҙән өлкәндәр төркөмөндә малайҙар командаһы ҡатнаша. Тәүҙә районда еңеп сыҡтыҡ, шунан Өфө районында уҙған төбәк ярышында беренсе урын яуланыҡ. Күмертауҙа ла һынатмаҫҡа ине.
– Командағыҙҙа кемдәр иң-иңдәре? – тип ҡыҙыҡһынабыҙ.
– Рамаҙан Исмәғилев менән Илнар Абдуллиндар, – тип яуап­ланы Сабир Сабит улы.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Күмертауҙа ҡауарҙылар уңышҡа ирешә алманы. Рамаҙан классик һәм ирекле йөрөштә лә етенсе урын алды, ә Илнар классик уҙышта – ун дүртенсе, ә ирекле уҙышта егерме өсөнсө генә булып килде финишҡа. Командалары дөйөм һөҙөмтә буйынса етенсе урын яуланы.
Бының сәбәбе лә бар инде. Мәктәптә һәйбәт ярыш саңғылары етешмәй икән.
– Ярай әле ата-әсәләр бар. Беҙгә Азат Шамил улы Исмәғилев ныҡ ярҙам итә. Эргәбеҙҙә ул булмаһа, нишләр инек? «Буран»ы менән саңғы юлы ярып бирә. Ярыштарға беҙҙең менән бергә йөрөй. Әле Күмертауға көйәрмән итеп VIII синыфта уҡыған ҡыҙы Сулпанды ла алып килде, – тип зарҙарын һөйләп тә алды физкультура уҡытыу­сыһы.
Бөтәһе лә аңлашылды. Йәш спортсыларға Ғафури районы етәкселегенән ярҙам кәрәк.
Стәрлебаштар менән танышабыҙ. Уларҙың тренерҙары Тамара Евгеньевна Петрова икән.
– «Йәншишмә» призына уҙған ярыштарҙа йыл да ҡатнашып торабыҙ. Командабыҙҙа Араз Ғәлиев, Данияр Фәйзуллин, Сабина Йосопова, Виктория Попова, Вероника Голубкина, Алина Ардаширова, Ранис Ҡорбанов, Тимур Вәлиәхмәтовтар лидер һанала. Күмертауҙағы уҙыштарҙа ла уларҙың уңышына өмөт итәм, – тине ул.
Тамара Евгеньевна Стәрлебашта саңғы спортына иғтибар ҙур булыуын, район етәкселәренең хәстәрлеген, ярҙамын күреп, уңайлы шарттарҙа шөғөлләнеүҙәрен дә еткерҙе. Бына бит нисек!
Беҙҙе әллә ҡайҙан күреп, күптәнге танышыбыҙ Ирина Нуриман ҡыҙы Вәхитова ла яныбыҙға килеп етте. Ҡыйғылар­ҙың командаһы былтыр икенсе урын алғайны. Шәхси беренселектә Луиза Сибәғәтуллина бронза миҙал яулағайны.
– Быйыл да иң-иңдәр араһында булырға ине, – тип белдерҙе тренер. – Ярышҡа ныҡлап әҙерләндек.
Уларҙың командаһында йәш саңғысыларҙың күбеһе – Арыҫландан, ә ҡалғандары район үҙәгенән ине. Тренерҙары Артём Кострубовты, Рафаэль Фәрхиуллинды, Азалиә Байгилдинаны, Розалиә Хәмиҙуллинаны, Зәлиә Сәләхованы маҡтап телгә алды.
Ҡыйғыларҙың кесе төркөмдәге малайҙар командаһы быйыл тағы көмөш миҙалға лайыҡ булды. Ә шәхси беренселек­тә Артём Кострубов менән Ра­фаэль Фәрхиуллин иң яҡшы һөҙөмтә күрһәткән ун иң етеҙ саңғысы иҫәбенә инде.
Быйылғы уҙыштарҙа Өфө, Нефтекама, Стәрлетамаҡ ҡалалары, Ҡалтасы, Ҡыйғы, Йәрмәкәй, Стәрлебаш, Туймазы райондары көслө командалар килтергәйне. Күмертауҙар ҙа миҙалдар, кубоктар алып һөйөндө.
Ярыш булғас, еңеүселәр билдәләнә, бүләкләнә инде. Ә шулай ҙа башҡалар күңелдәрен төшөрмәһен ине. Беҙҙең «Йәншишмә» гәзите призына ойош­то­рол­ған уҙыштарҙа еңелеүселәр юҡ ул. Спорт менән дуҫ булыу, саф һауала саңғыла елдәй етеҙ елдереү файҙаға ғына бит. Киләһе йыл тағы ла осраш­ҡанға тиклем!
Еңеүселәргә Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының, «Йәншишмә» гәзитенең Почёт грамоталары, редакцияның кубоктары, миҙалдары, ә Өфө ҡалаһынан Камила Усова менән Стәрлебаштан Айгиз Кин­йәбыҙовҡа «Иң йәш ҡатнашыу­сы» махсус бүләге тапшырылды.

М. КӨЙӘРМӘНОВ.

Ғафури районы командаһы.
Күмертауҙың ҡыҙҙар командаһы  тренерҙары Вадим Владимирович Ткаченко менән.
«Беҙ Стәрлебаштан булабыҙ».
Ҡыйғылар быйыл да икенсе урын алды.
Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһынан һуң.
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас