

– Ағалы-ҡустылы бер туғандарҙыр, тип уйлағайныҡ, икеһе ике райондан булып сыҡты. Ҡыҙыл костюмдағыһы – Айбулат Мөхөтдинов үҙебеҙҙең Дәүләт ауылыныҡы, ә күк кейемдәге Йәнгир Иҙрисов көс һынашырға Бөрйән районы Әтек ауылынан килгән икән.
Ут кеүек теремек бер тиҫтер малайҙар үҙ ауырлыҡ үлсәмдәрендә икеһе лә II урын яуланы. Әйткәндәй, статистика буйынса ерҙәге халыҡтың ни бары 2 процентын ғына ерән сәслеләр тәшкил итә икән. Улар – ҡыйыу, түҙемле, эшһөйәр һәм көрәшсе сифаттарына эйә кешеләр. Ҡояш та уларҙы яратып, матур һипкелдәр менән бүләкләй,имеш. Дөйөм ҡылыҡһырлама был спортсы малайҙарға ла тура килә.
Ә һеҙҙең арағыҙҙа ҡояш сәсле, һипкеллекәйҙәр бармы, дуҫтар?
Сығанаҡ һәм фото: “Осҡон”гәзите.