+33 °С
Ясно
VKOKМакс

Бокс буйынса донъя чемпионатында – башҡорт ҡыҙы

Өфөнән Азалиә Әминева Нью-Делиҙа үткән бокс буйынса донъя чемпионатында тәүгә ҡатнашҡан. Башҡортостан спорт министры Руслан Хәбибовтың белдереүенсә, уның 66 килограмға тиклем ауырлыҡ үлсәмендә дәғүәсеһе Белоруссиянан Арина Данилчик була. Яҡташыбыҙ техник нокаут менән еңгән.

– Башта ҡурҡыу бар ине. Шуға тәүҙә ярыш атмосфераһын тойорға кәрәк, артабан хис-тойғолар йәһәтенән еңелерәк буласаҡ. Ә дәғүәсе һәр турҙа ҡатмарлаша бара. Сөнки көн һайын көсһөҙҙәр төшөп ҡала, ә еңеү өсөн көрәшеү көндән-көн ауырлаша бара, –  ти Азалиә.

Бокс буйынса ҡатын-ҡыҙҙар араһында донъя чемпионаты 15 марттан алып 31 мартҡа тиклем үтәсәк. Рәсәй йыйылма командаһына үҙ флагы һәм гимны менән ҡатнашыу рөхсәт ителгән. Билдәләп үтергә кәрәк, илебеҙ командаһы өсөн ярыштың өсөнсө көнө емешле булған: бынан алда Юлия Чумгалакова һәм Карина Тазабекова алтын миҙал яулауға өлгәшкән.


Сығанаҡ һәм фото: vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас