

Ул хоккейсылар парады менән башланып китте. Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәйҙең флагтарын күтәреү хоҡуғы уҡыу алдынғылары, мәктәптә үткән сараларҙа әүҙем ҡатнашыусы Филүс Нурғәлин исемен йөрөтөүсе VIII «A» синыфы уҡыусылары Ғалимдар Дәүләтшин менән Камила Исламғоловаға бирелде.
Уйынды мәктәп директоры Йәмил Ишбулды улы Ҡотлобаев асып ебәрҙе. Артабан беҙҙең ауылдаш батырыбыҙ Филүс Нурғәлиндең әсәһе – Таңһылыу инәй ошо бәйгене йыл да ойошторғандары өсөн рәхмәт әйтеп, барлыҡ ҡатнашыусыларға уңыштар теләне.
Быйыл Байназар командаһы егеттәре өр-яңы формала сығыш яһаны. Уйын башланыр алдынан Инсаф Рәзиф улы Яманғолов беҙҙең хоккейсыларға бүләк тапшырҙы. Ул да ошо мәктәпте тамамлаған икән. Артабан Ҡазан ҡалаһындағы офицерҙар мәктәбендә дүрт йыл уҡыған. Әлеге көндә махсус хәрби операцияла командир булып йөрөй.
Алыштар бик ҡыҙыу барҙы. Һәр команда еңергә тырышты. Шулай ҙа беҙҙең байназарҙарға береһе лә ҡаршы тора алманы. Улар – еңеүсе! Филүс Нурғәлиндың күсмә кубогына эйә булдылар. Иҫке Монасип мәктәбе командаһы – III урын, ә абҙаҡтар II урын яуланы.
Уйындың иң яҡшы һаҡсыһы Ғалимдар Дәүләтшин булһа, иң яҡшы ҡапҡа һаҡсыһы – Нуриман Йомағолов, ә иң яҡшы һөжүм итеүсе – Радмир Ноғоманов. Иҫке Монасип командаһында батыр йөрәкле Айгөл Мирасова уйнауы ла һоҡландырҙы. Уға Таңһылыу инәй үҙенең иҫтәлекле бүләген тапшырҙы.
Барыһы ла был ярыштан ҡыуанып ҡайтҡандыр, тип уйлайым. Киләсәктә лә үҙебеҙҙең батырҙарыбыҙҙы онотмайыҡ. Ошондай бәйгеләр үтеп торһон!
Вәсилә ӘЙҮПОВА, йәш хәбәрсе.
Бөрйән районы, Байназар мәктәбе.