+17 °С
Облачно
VKOKTelegram

Шакир Мөхәмәҙуллин килде ҡунаҡҡа

Был көндө уҡыусылар мәктәпкә «Салауат Юлаев» хоккей командаһының исеме яҙылған шарфтарҙа, майкаларҙа, бейсболкаларҙа килде. Әллә берәй ярыш буламы, тиһегеҙме? Юҡ. Бөгөн «Салауат Юлаев» командаһының иң шәп уйынсыларының береһе Шакир Мөхәмәҙуллин менән осрашыу уҙҙы. Талантлы йәш хоккейсы ошонда белем алған бит. Шуға ла уның килеүен түҙемһеҙлек менән көтөп алдылар.

Баш ҡалабыҙҙағы 41-се мәктәптең VIII «А», «Б», «В» һәм кадет синыфтары спортсының тормошо, уңыштары хаҡында синыфташтары Самира Абдрахманова менән Игорь Казаков үткәргән презентация аша белде. Ҡалай талантлы хоккейсы икән дә үҙе!
Сараны ойоштороусы – мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу­сыһы, спортсының синыф етәксеһе, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы Мәрйәм Мотаһар ҡыҙы Хәсәнова Шакир Мөхәмәҙуллин тураһында һөйләп, уҡыусыларға фәһем булырлыҡ һүҙҙәрен еткерҙе:
– Ул – мәктәптә яҡшы уҡыны, күнекмәләргә лә йөрөнө, арыным, тип бер ваҡытта ла дәрес ҡалдырманы. Әгәр тәрбиәләнеүселәре насар билдә алһа, тренерҙары уларҙы боҙға сығарма­ған. Шуға Шакир ҙа үҙенә талапсан булды. Киләсәк спорт яҙмышы тура­һында уйлап, инглиз телен дә ныҡлап өйрәнде.
Уҡыусыларҙың бик күп һорауҙарына яуап биреп, «Салауат Юлаев» хоккей командаһының һаҡсыһы Шакир Мөхәмәҙуллин бына нимәләр һөйләне.
– Мин өлкән ағайым Мостафаға ҡарап, хоккей менән мауығып киттем. Ул да бәләкәйҙән күнекмәләргә йөрөнө. Мине лә атай-әсәйем 4 йәшемдән алып барҙы. Таңғы 5-тә уяталар, ә 6-ға барып етергә кәрәк. Ҡайһы саҡта йоҡонан торғо, күнекмәләргә бар­ғы килмәй ине. Хәҙер атай-әсәйемә рәхмәт әйтәм. Улар минең яйыма ҡуймай, маҡсатлы итеп тәрбиәләгәндәр.
Ниндәйҙер спорт төрө менән етди шөғөлләнһәгеҙ ҙә, уҡыуығыҙға иғтибарығыҙҙы кәметмәгеҙ. Белем һәр саҡ кәрәк. Спортсы ғүмере ҡыҫҡа, шуға тағы ла ниндәйҙер һөнәр алыу мөһим.
Ә Шакир Мөхәмәҙуллин үҙе ошо 41-се белем усағында VIII синыфты тамамлағандан һуң спорт йүнәлешендәге мәктәпкә күсә. Артабан Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге университеттың физкультура факультетын тамамлай. Әле магистратурала уҡый.
Мәрйәм Мотаһар ҡыҙының синыфында бөгөн дә спорт менән етди шөғөлләнгән уҡыусылар байтаҡ. Улар Шакир Мөхәмәҙуллиндың һөйләгәндәрен айырыуса иғтибар менән тыңлап ултырҙы. Мәҫәлән, Анна Никитина – биатлон буйынса Башҡортостан йыйылма командаһы ағзаһы. Артур Ғарифулин менән Дамир Яковлев футбол менән ныҡлап мауыға. Настя Атепаева менән Светлана Батыргәрәева нәфис гимнастика менән шөғөлләнә. Светлана – спорт мастерлығына кандидат. Егор Канасьян көрәш буйынса республикала гел I урын яулай.
Бына шундай спортҡа битараф булмаған балалар алдында сығыш яһау Шакир Мөхәмәҙуллинға ла бик яуаплы булды. Уларҙың «Ситтә йөрөгәндә ниндәй телдә аралашаһығыҙ?», «Ҡайһы илдә нығыраҡ оҡшаны?» кеүек бик күп һорауҙарына ихлас яуап бирҙе. Ҡышҡы Олимпия уйындарына Рәсәй йыйылма командаһы составына инеүен, запас уйынсы рәүешендә барыуын һөйләне.
«Салауат Юлаев» командаһындағы башҡорт егете киләһе уйын миҙгелендә Төньяҡ Америкалағы спорт клубы менән ике йылға килешеү төҙөгән. «Сан-Хосе» командаһында уйнаясаҡ. Йәл, әлбиттә, шундай һөҙөмтәле уйынсынан мәхрүм ҡалыуы команда өсөн бик һәйбәт тә түгелдер. Әммә йәштәргә үҫергә, төрлө командаларҙың уйын стилдәрен үҙләштерергә, тәжрибә тупларға ла кәрәктер. Ҡайҙа ғына йөрөһә лә, үҙенең башҡортлоғон, Башҡортостан егете икәнен онотмаһын, «Салауат Юлаев» тәрбиәләнеүсеһе исемен ғорур йөрөтһөн. Шакирға уңыштар теләйбеҙ.

А. МӘҺӘҘИЕВ.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас