+23 °С
Ясно
VKOKМакс

Балалар йәйәнән атырға өйрәнә

Күмертауҙа йәшәүсе Марсель Йәрешев «Кумертау уҡсылары» традицион йәйәнән атыу буйынса клуб асҡан.

Уның ҡыҙыҡһыныуын өс улы ла уртаҡлаша. Тәүҙә ғаилә үҙ аллы ихаталарында көс һынап, шунан республика фестивалдәрендә ҡатнашҡан.

Марсель ағай ярҙам һорап хакимиәт башлығы Олег Фроловҡа һәм ҡасандыр үҙе тамамлаған ҡала гимназияһы етәкселегенә мөрәжәғәт итә. Уҡыу йорто подвалда урынлашҡан бүлмәне бүлергә ҡарар итә.

— Подвалды кәрәкле ҡоролмалар менән йыһазландырҙым, стеналарҙы изоляциялау өсөн материалдар, тағы ике йәйә һәм уҡ һатып алдым. Клубта интернат уҡыусылары бушлай шөғөлләнә, — ти Марсель Йәрешев.

Сығанаҡ һәм фото: vk.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас