

Настя Васиева менән Кирилл Соколов алтын билдә алды! Кирилл Карелин, Эмилия һәм Вадим Петровтар, Глеб Степанов, Мия һәм Айрат Хәбибуллиндар, Дамир Хәйруллин, мин – көмөш, ә Ксения Петрова менән Әмин Михайлов баҡыр билдәгә тапшырҙы.
Беҙҙең синыфта барыһы ла спорт ярата, физкультура уҡытыусыһын да хөрмәт итәбеҙ. Барыһынан да нығыраҡ үҙем яратам инде, сөнки ул – минең олатайым Мостафа Миңлебай улы Хөсәйенов.
Киләһе йыл, ун йәшемдә, ГТО буйынса алтын билдә алырға тырышасаҡмын.
Мирхан ХӨСӘЙЕНОВ, IV синыф уҡыусыһы.
Өфө районы, Черкассы мәктәбе.